10 декабрь, Шәмбе

28 сентябрь 2016 йыл, 15:18

«Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалы солоҡ балын йыйыу сәнғәте менән таныштыра

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалы «Мәҙәни миҙгел — Башҡортостан буйлап сәйәхәт» проектының сираттағы серияһын тәҡдим итә. Ул «Ҡырағай бал» тип атала һәм киң танылған Бөрйән балына арналған. Тапшырыу 30 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙә эфирға сыға.

Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалы журналистары «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында солоҡ балын йыйыу мәлен төшөргән. «Республикабыҙҙа солоҡ умартасылығының һүнмәүен, киреһенсә, ҡурсаулыҡ менән сиктәш биләмәлә сәскә атыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша программаның авторы һәм алып барыусыһы Айгөл Кантюкова. —  Сөнки Бөрйән районы донъяла ошо үҙенсәлекле һәм боронғо шөғөл һаҡланып ҡалған берҙән-бер төбәк. Солоҡсолар тап ошонда йәшәй. Уларҙың тәжрибәһен үҙләштереү өсөн сит илдәрҙән дә киләләр».  

Тапшырыуҙа шулай уҡ Көньяҡ Уралдың һоҡланғыс тәбиғәтен күрергә мөмкин, тип хәбәр иттеләр редакцияла.

Программа 3 октябрҙә киске сәғәт 11-се 15 минутта ҡабатлап күрһәтелә.