Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

«Ауаз» этномәҙәниәт фестивале үҙешмәкәр һәм профессиональ артистарҙың һәләттәрен аса

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Республикала «Ауаз» башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт фестивале ойошторола. 5 октябрҙә артистар Илеш районына йыйыла, тип хәбәр итә Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы.

Фестивалдә үҙешмәкәр коллективтар, ғаилә династиялары һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары, студенттар һәм профессиональ башҡарыусылар, шулай уҡ саҡырылған артистар ҡатнаша. Бейеү, вокаль, инструменталь, фольклор төркөмдәре өсөн айырым конкурстар ҡаралған.

Сараның программаһы асыу тантанаһын, халыҡ кәсептәре йәрминкәһен, башҡорт халҡының һынлы сәнғәт йәрминкәһен, Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙарҙы, халыҡ ижады оҫталарының һәм талантлы йәштәрҙең концертын, жанр йүнәлештәре буйынса ижади оҫталыҡ кластарын, гала-концертты үҙ эсенә ала.

Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Илеш районы хакимиәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть