8 декабрь, Кесе йома

28 сентябрь 2016 йыл, 14:01

Киҙеүҙең яңы тулҡыны ҡасан башланасағы билдәле булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2017 йылдың ғинуар айында киҙеүҙең эпидемик күтәрелеше башланыуы  ихтимал, тип хәбәр итте Роспотребнадзор етәксеһе, Рәсәйҙең баш дәүләт санитар табибы Анна Попова матбуғат конференцияһында.

«AH3N2 киҙеүенең штаммы үҙгәреүе беҙҙе борсоуға һала. Былтыр ул 2013 йылғы «Швейцария» булһа, быйыл иһә «Гонконг» варианты. Сир ауыр үтә, һәм быйыл уның Рәсәйгә килеүе күҙаллана», — тип аңлатма бирҙе Анна Попова.

Уның әйтеүенсә, ул айырыуса кескәй балалар, иммунитеты ҡаҡшаған кешеләр һәм ололар өсөн хәүефле.

Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, республикала киҙеүҙе иҫкәртеү буйынса халыҡты иммунизациялау әүҙем бара. Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, 715 меңдән ашыу кешегә прививка яһалған, уларҙың өс меңдән ашыуы — предприятиелар аҡсаһы иҫәбенә. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда федераль ҡаҙна иҫәбенә 64,5 мең кеше прививка яһатҡан.

Төбәктә өлкәндәрҙе иммунизациялау өсөн «Совигрипп» һәм «Гриппол», балалар өсөн «Совигрипп», «Гриппол плюс» вакциналары бар. Улар илебеҙҙә етештерелә.

Республика буйынса Роспотребнадзор идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, прививка яһатҡан кешеләр бөтөнләй ауырымай йә иһә сирҙе еңел кисерә.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы сирҙәре менән ауырыу осраҡтары күҙәтелә. Әммә ауырыу кимәле эпидемик сиктән түбән.