5 декабрь, Дүшәмбе

28 сентябрь 2016 йыл, 12:03

Республика журналистары «Минең ерем — Рәсәй» милли премияһы лауреаттары булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Ауыл тематикаһы буйынса Бөтә Рәсәй мәғлүмәт проекттары конкурсына — «Минең ерем — Рәсәй» милли премияһына йомғаҡ яһалды. Конкурсҡа 77 төбәктән 3000-гә яҡын ғариза килде.

«РБК-Өфө» сайтының баш мөхәррире Рушана Ибраева «Импортты алмаштырыу шарттарында агросәнәғәт комплексы үҫешен иң яҡшы яҡтыртҡаны өсөн» номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булды.

Иглин районынан публицист, йәмәғәт эшмәкәре, фермер хужалығы етәксеһе Хәсән Иҙиәтуллин «Ауыл биләмәләренең мәҙәни-тарихи һәм тәбиғәт потенциалын һаҡлау темаһын иң яҡшы яҡтыртҡаны өсөн» номинацияһында икенсе урын яуланы.

«Туймазы хәбәрҙәре» гәзите мөхәррире Радмир Ҡолоев «Ауыл ерендә гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртҡаны өсөн» номинацияһында өсөнсө премияны алды.

Конкурсты Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ойошторҙо. Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү тантанаһы 6 октябрҙә уҙа.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт хаттары тапшырыла. Еңеүселәр һәм призерҙар Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының дипломдары һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә.

Конкурс еңеүселәре һәм призерҙарының тулы исемлеге менән «Минең ерем — Рәсәй» милли премияһы сайтында танышырға мөмкин.