Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышын үткәрҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

27 сентябрҙә республика Хөкүмәте йортонда Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышын үткәрҙе. Ул төбәктең хәҙерге торошона һәм үҫемлекселеккә ресурстарҙы һаҡлаусы технологиялар индереү мөмкинлектәренә арналды.

Июль айында Рәсәй Президенты Владимир Путин ауыл хужалығын үҫтереү маҡсатында дәүләт ғилми-техник сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы, тип билдәләне республика етәксеһе. Уға ярашлы, 2025 йылға тиклем тармаҡты үҫтереү буйынса Федераль ғилми-техник программа әҙерләнәсәк.

– Һәр төбәк ошоға оҡшаш программа ҡабул итергә тейеш. Бындай документ беҙгә республиканың агросәнәғәт комплексын камиллаштырыу стратегияһының бер өлөшө булараҡ кәрәк. Маҡсатыбыҙ – илдең алдынғы биш аграр төбәге иҫәбенә инеү, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бының өсөн 2020 йылға ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙең дөйөм күләмен 230 миллиард һумға тиклем арттырырға кәрәк (былтыр был һан 152 миллиард һум тәшкил итте). Ауыл хужалығы тармағында бер хеҙмәткәрҙең эшләп сығарыу күләмен 2 миллион һумға тиклем, ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында продукция етештереү өлөшөн 60 процентҡа тиклем (бөгөн 40 процент) арттырыу зарур. Аграр өлкәгә инновация технологияларын индермәйенсә, был мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкин түгел.

Игенселекте һаҡлаусы система ҡатмарлы һауа-климат факторҙарын еңеп сығыуҙың перспективалы ысулдарының береһе булып тора.

– Һауа шарттарына ҡарамаҫтан, беҙгә йыл һайын юғары һөҙөмтәләр кәрәк. Тимәк, аграр өлкәгә төрлө һауа шарттарында яҡшы уңыш алырға мөмкинлек биргән технологиялар индереү зарур, – тине Рөстәм Хәмитов. – Заманса игенселек системалары күптән донъя тәжрибәһендә уңышлы ҡулланыла. Беҙ уларҙы республикабыҙға индерергә бурыслы.

Республика Башлығы билдәләүенсә, үҫемлектәрҙе химик һәм биологик һаҡлау сараларын етештереүҙе тергеҙеү – мөһим бурыстар иҫәбендә.

Фән буйынса совет ултырышы йомғаҡтары буйынса Рөстәм Хәмитов алдағы айҙа производство кәңәшмәһен үткәрергә ҡушты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть