8 декабрь, Кесе йома

28 сентябрь 2016 йыл, 9:50

Өфөлә геодезистарға һәйкәл асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Бөтә Рәсәй кадастр инженерҙары съезы сиктәрендә Өфөлә геодезистарға һәйкәл асылды. Ул Крупская урамында Башҡортостандың Росреестр идаралығы бинаһы янында ҡуйылған.

Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, скульптураның макетын Өфө оҫтаһы Хәлит Ғәлиуллин әҙерләгән. Бронза һәйкәлдең хаҡы – яҡынса 2 миллион һум, шулай уҡ геодезия эштәре менән бәйле ике мең белгес аҡсалата өлөш индергән. Бер тоннаға яҡын ауырлыҡтағы һәйкәл Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалаһы оҫтаханаһында ҡойолған.

Тантанала республиканың Росреестр идаралығы һәм Кадастр палатаһы етәкселеге, ҡала хакимиәте, профессиональ ассоциация вәкилдәре, тармаҡтың атҡаҙанған ветерандары ҡатнашты. Һәйкәлде асыу хоҡуғы лайыҡлы рәүештә почетлы геодезистар Елена менән Леонид Хылпустарға бирелде.

«Геодезистар — карталар төҙөү һәм урындағы рельефты һүрәтләү өсөн кәрәкле иҫәп-хисап алып барыу буйынса белгестәр. Был инженер һәм төҙөлөш эштәре өсөн мөһим. Ошо һөнәр эйәләренең эшмәкәрлеге йәмғиәт тормошо һәм дәүләттең иҡтисади менән айырылғыһыҙ бәйле. Төҙөлөш, экология һәм навигация эштәрендә, тәбиғәтте һаҡлау һәм башҡа бик күп тармаҡтарҙа карта, топография пландары бик кәрәк», — тип һөйләнеләр Башҡортостандың Росреестр идаралығында.