Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала XVI Рәсәй энергетика форумы уҙғарыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

18-21 октябрҙә Өфөлә XVI Рәсәй энергетика форумы, шулай уҡ «Урал энергетикаһы» халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм «Йылылыҡ менән тәьмин итеү. Электр техникаһы. Кабель» тип аталған XXII махсус күргәҙмә ойошторола.

Форумдың һәм күргәҙмәләрҙең маҡсаты — энергетика өлкәһендә төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, илдәге энергия системаһы эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыу.

Форумда Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының абруйлы эксперттары, федераль һәм төбәк министрлыҡтары, Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәре вәкилдәре, ҙур тармаҡ предприятиелары етәкселәре ҡатнаша.

Рәсәй энергетика форумы Башҡортостанда 2000 йылдан башлап уҙғарыла, һәм ошо ваҡыт эсендә үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы, тип билдәләй эксперттар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть