Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Театр төнөндә баш ҡала тамашасылары «Ханума» премьераһынан өҙөк ҡарай ала

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева /.

М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тамашасылар өсөн бүләк әҙерләгән. Театрҙың матбуғат секретары Дарья Ольхова хәбәр итеүенсә, «Театр төнө-2016» акцияһы сиктәрендә башҡорт труппаһы артистары «Ханума» спектакленән музыкаль өҙөк күрһәтә. Премьера 6 һәм 7 октябргә билдәләнгән.

«Әле яңы спектаклдең репетициялары бара, — тип һөйләй режиссер Рөстәм Хәкимов. — Беҙ ҡунаҡтарыбыҙҙы аптыратырға һәм уларға премьеранан сағыу бер өҙөк күрһәтергә булдыҡ. Тамашасыларға Кабато ролен уйнаған Ләйсән Миңлеғәлиева башҡарыуында йыр тәҡдим итәбеҙ».

Йәштәр театрының «төнгө» программаһында фойела бер нисә майҙансыҡ: грим һәм костюмдар залы, шиғриәт майҙаны, фотомөйөш, музыкаль ҡунаҡхана, кәсепселәрҙең күргәҙмә-йәрминкәһе эшләйәсәк. Шулай уҡ «Бишкә тиклем һанайым», «Чиполлино», «Башҡорт тотҡонбикәһе», «Аладдин», «Аҡса булһа бер муҡса…», «Йәшен», «Ҡарт кейәүҙәр йәки Шомбай ҡоҙа» һәм «Ханума» спектаклдәренән өҙөктәр күрһәтеләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть