7 декабрь, Шаршамбы

27 сентябрь 2016 йыл, 15:12

Өфөлә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс иғлан ителде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 27 сентябрҙә Өфөлә ҡала Советы ултырышында баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс иғлан ителде. Ул 19 октябрҙә мэрияның ҙур залы фойеһында уҙа.

Яңы кандидаттарҙы Өфөнөң почетлы гражданы Рауил Бикбаев, ҡала Советы депутаты Филүс Ишбулатов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты рәйесе Елена Родина һайлап ала. Кандидаттарҙы үткәреү буйынса конкурс комиссияһы ултырышы 7 октябргә билдәләнгән. Һуңынан депутаттар комиссия тәҡдим иткән кандидаттар араһынан яңы ҡала хакимиәте башлығын һайлай.

Ултырышта ҡала хакимиәте етәксеһе менән килешеү проекты раҫланды. Унда буласаҡ мэрҙың хоҡуҡтары, бурыстары яҙылған.

Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына дәғүә итеүселәрҙән документтар 29 сентябрҙән 5 октябргә тиклем эш көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә ҡәҙәр ҡабул ителә. Адресы: Октябрь проспекты, 120,105-се бүлмә.