10 декабрь, Шәмбе

27 сентябрь 2016 йыл, 14:34

Республиканың баш ҡалаһында йылытыу миҙгеле башланды

фото: Өфө хакимиәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә йылытыу миҙгелен башлау тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйылды. Документҡа ярашлы, йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмалар ҡулланыусыларға йылылыҡ энергияһын тапшырырға тейеш. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Йылылыҡ тәү сиратта балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, дауалау учреждениеларына бирелә.

Федераль ҡануниәткә ярашлы, әгәр уртаса һауа температураһы биш көн дауамында һигеҙ градустан түбән булһа, йорттарға йылы бирелә башлай. Әммә муниципалитетта температураның түбәнәйеүен көтөп торманылар.

Өфө хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, фатирҙарға йылылыҡ биргәндән һуң 3-10 тәүлек үтеүе мөмкин. Сөнки фатирҙағы радиатор менән ҡаҙанлыҡ цехы араһында оҙон үткәргес торбалар, йылылыҡ пункттары, бүлеү селтәрҙәре һәм башҡа технологик системалар бар.

Хәбәр итеүебеҙсә, 63 муниципалитеттың 40-ы йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарар ҡабул итте. Туғыҙ муниципаль берәмектә йорттарға һәм социаль объекттарға йылылыҡ тапшырылған да инде.