7 декабрь, Шаршамбы

27 сентябрь 2016 йыл, 13:27

Баш ҡалала депутаттар ҡала Советының яңы рәйесен һайланы

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Дүртенсе саҡырылыш Өфө ҡала Советын Валерий Трофимов етәкләне. 27 сентябрҙә Советтың тәүге ултырышында депутаттар бер тауыштан уны һайланы. Валерий Трофимовтың кандидатураһын ҡала Советында күпселекте тәшкил иткән «Берҙәм Рәсәй» партияһының фракцияһы тәҡдим итте. Ҡала Советы депутаты Вячеслав Рябов үҙ-үҙен күрһәткән. Рәйес күпселек тауыш менән һайланды.

Яңы рәйестең депутат булып эшләү тәжрибәһе бар — ул 2008-2012 йылдарҙа икенсе саҡырылыш Өфө ҡала Советы составында булғайны.

Әлеге ваҡытта Валерий Трофимов — «Энергоинжиниринг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры. Уға ҡала Советы рәйесе һәм депутаты вазифаларын башҡарған өсөн эш хаҡы түләнмәй.

Валерий Трофимов 1959 йылдың 6 сентябрендә тыуған. 1981 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған. 1981 йылдан В.И.Ленин исемендәге Өфө приборҙар эшләү заводында инженер-конструктор булып эшләгән. 1986 йылдан Валерий Трофимов Өфөләге «Электроаппарат» заводында төрлө вазифаларҙа эшләгән, артабан оҙаҡ ваҡыт уға етәкселек иткән. 2000 йылда ул машина эшләүҙе үҫтереү өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Башҡортостандың Сәнәғәт сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының почет грамотаһы менән бүләкләнгән, шулай уҡ «Рәсәй профессионалдары» миҙалы һәм башҡа наградалар менән билдәләнгән.