4 декабрь, Йәкшәмбе

27 сентябрь 2016 йыл, 11:28

Рөстәм Хәмитов Ырымбур өлкәһе губернаторы Юрий Берг менән осрашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 26 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ырымбур өлкәһе губернаторы Юрий Берг менән осрашты.

Осрашыу барышында төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ сәнәғәтте үҫтереүгә һәм энергетика хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде.