6 декабрь, Шишәмбе

27 сентябрь 2016 йыл, 11:13

Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында сығыш яһаны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 26 сентябрҙә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында сығыш яһаны.

Рәсәй Дәүләт Думаһына һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына  һайлау йомғаҡтары буйынса депутат корпусының яңы составына 1 800 халыҡ һайланыусыһы инде, тип билдәләне ул. Ил парламентында республика мәнфәғәттәрен 15 депутат яҡлай, уларҙың 11-е – «Берҙәм Рәсәй» партияһынан. Төбәк етәксеһе яңы һайланған депутаттарҙы еңеүҙәре менән ҡотланы һәм Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе.

– Үткән һайлау кампанияһы барышын һәм һөҙөмтәләрен сағылдырған бер нисә мәлде билдәләп үтәм. Тәү сиратта һайлауға килеү күрһәткесенең юғары булыуы. Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикала бөтәһе 2,1 миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. Был – республика һайлаусыларының 70 проценты самаһы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Икенсенән, һайлауҙар тыныс шарттарҙа үтте. Шау-шыуҙар, яһалма ҡаршылыҡтар булманы. Бөтә кандидаттар ҙа һынауҙарҙы лайыҡлы үтте, тип иҫәпләйем. Өсөнсөнән, бөтә участкаларҙа һәм биләмәләрҙә асыҡ һәм конкурентлы көрәш алып барылды. Депутатлыҡҡа кандидаттарҙың барыһы ла үҙ фекерен әйтә алды, агитация кампанияларын үткәрҙе. Шуға күрә һайлау конкурентлы көрәш шарттарында уҙҙы.

Республика Башлығы халыҡ һайланыусылары алдында торған бурыстарҙы билдәләне һәм һайлаусыларҙың наказдарын ғәмәлгә ашырыу, ил парламентына үтмәгән партия вәкилдәре менән бәйләнеш булдырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Идея-сәйәси платформаларҙың, теге йәки был мәсьәләләрҙе хәл итеү алымдарының айырмалығына ҡарамаҫтан, һәммәбеҙҙең дә маҡсаты бер – халыҡтың именлеге, Рәсәйҙең, Башҡортостандың сәскә атыуы. Барыбыҙ ҙа илебеҙҙең, республикабыҙҙың патриоты, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һайлауҙар артта ҡалды. Хәҙер иң мөһиме – беҙгә күрһәтелгән ышанысты аҡлау. Кандидаттарыбыҙ республиканың һәр тораҡ пунктында тиерлек булды. Уларҙы тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә мең кеше күрҙе. Депутаттарҙың ҡулында – йөҙҙәрсә наказ. Мөһим темаларҙы һайлап алып, уларҙы тормошҡа ашыра башларға кәрәк.

Республика етәксеһе депутаттарҙың йыллыҡ отчет формаһын әҙерләргә тәҡдим итте һәм һайланыусыларға эштәрендә уңыштар теләне.