Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөнән тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы-2016» конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөнән тарих, йәмғиәтте өйрәнеү һәм экология уҡытыусыһы Сергей Переверзев Һамарҙа «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы-2016» конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Йола буйынса, педагогик оҫталыҡ бәйгеһе бынан алдағы еңеүсенең тыуған төйәгендә уҙғарыла. Былтыр илдең иң яҡшы уҡытыусыһы исеменә Һамар вәкиле лайыҡ булды.

Сергей Переверзев 159-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыта. Ул — «Йыл уҡытыусыһы-2016» ҡала һәм республика конкурстары еңеүсеһе. Уның педагогик кредоһы —  «Яҡшы уҡытыусы — яҡшы уҡыусы!».

Федераль этаптың тәүге ике туры Һамарҙа уҙа, унда 85 төбәктән уҡытыусылар ҡатнаша. Асыҡ дәрестәрҙең һәм методик семинарҙарҙың тура трансляцияһын интернетта ҡарарға мөмкин.

26 сентябрҙә Сергей Переверзев 10 класта тарих дәресен үткәрҙе. 28 сентябрҙә беренсе турға йомғаҡ яһала һәм конкурстың 15 лауреаты билдәләнә. Икенсе турҙа оҫталыҡ дәресе, педагогик совет, мәғариф проекты ҡаралған. Ул 1 октябрҙә тамамлана. Артабан финалға сыҡҡан биш кеше һуңғы турҙа ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә юллана. Унда уларҙы «Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле» тип аталған конкурс һынауы көтә.

Еңеүсе 3 октябрҙә Дәүләт Кремль һарайында иғлан ителә. Конкурсанттар Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре уҡытыусылары һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәренең IV съезында ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть