Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Өфө» аэропортынан Бангкокка, Камранға һәм Пхукетҡа тура рейстар асыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

«Өфө» аэропортынан Бангкокка, Камранға һәм Пхукетҡа тура рейстар асыла. Аэропорттың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, маршруттар ҡышҡы программа сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

3 ноябрҙән 12 көн һайын Бангкокка осорға мөмкин. Самолет Өфөнән киске 10 тула 10 минутта оса, иртәнге 8 тула 10 минутҡа барып етә. Юлға һигеҙ сәғәт ваҡыт китә. Шул уҡ көндә Вьетнамға рейс көтөлә. Самолет республиканың баш ҡалаһынан төнгө сәғәт 1-ҙә оса, Камранға көндөҙгө 1-се 15 минутҡа барып етә. Маршрутты 12-13 көн һайын ойоштороу күҙаллана. 2 ноябрҙән Пхукетҡа осорға мөмкин. Самолет баш ҡаланан киске 10 тула 10 минутта оса, иртәнге 9-сы 15 минутҡа барып етә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть