3 декабрь, Шәмбе

26 сентябрь 2016 йыл, 14:28

Баш ҡалалағы тәүге өмәлә 70 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Уҙған шәмбелә Өфөлә ойошторолған өмәгә 70 меңдән ашыу кеше сыҡты. Баш ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, унда ҡаланың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, әүҙем кешеләр, мәктәп уҡыусылары, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты.

Өмәгә яҡынса 800 берәмек техника йәлеп ителде. Урамдар, парктар, йорт яны биләмәләре сүп-сарҙан таҙартылды һәм йәшелләндерелде. Ҡалала 457 ағас үҫентеһе һәм 200-ҙән ашыу ҡыуаҡлыҡ ултыртылды, 3700 кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйып, сығарып түгелде.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, санитар айлыҡ ваҡытында Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ ҡалдыҡтарҙы бушлай ҡабул итә. Өмә көндәрендә барлыҡ предприятиелар ҙа сүп-сар килтерә ала. Экологик айлыҡ 20 октябргә тиклем дауам итә.