8 декабрь, Кесе йома

26 сентябрь 2016 йыл, 13:34

Горький исемендәге Әҙәбиәт институты Мостай Кәрим фонды менән берлектә башҡорт теленән тәржемәселәр өсөн конкурс иғлан итте

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бәйгелә башҡорт теленән тәржемә итеүселәр ҡатнаша ала. Уны Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектә А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ойоштора. Был хаҡта бөгөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында вуздың ректоры Алексей Варламов белдерҙе. Сара «Ҙур китап — провинцияла осрашыуҙар» проектына арналды.

Әлеге ваҡытта Әҙәбиәт институтында милли телдәрҙән тәржемә итеү йүнәлешен тергеҙергә ниәтләйҙәр. Башҡорт теленән тәржемәселәр конкурсы 2019 йылда халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторола. Бәйге йомғаҡтары буйынса еңеүселәр Әҙәбиәт институтының бюджет бүлегенә уҡырға ингәндә льготалы мөмкинлеккә эйә буласаҡ.

Конкурс быйыл октябрь-декабрь айҙарында уҙғарыла. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгән, тип билдәләне Алексей Варламов. Бәйге ике этапта үткәрелә. Тәүгеһендә башҡорт теленән һәм башҡорт теленә тәржемә ителгән шиғырҙар, хикәйәләр, повестар, документаль проза ҡарала. Жюри составында Әҙәбиәт институты уҡытыусылары, Мостай Кәрим фонды вәкилдәре һәм башҡорт әҙәбиәтселәре эшләй.

Икенсе турҙа баһалама ағзалары һайлап алған ҡатнашыусыларға ике ижади эш: Мостай Кәримдең башҡорт телендәге ҙур булмаған художестволы тексын һәм Башҡортостандың тарихы, тәбиғәте, мәҙәниәте темаһына бәйле эссены тәржемәләргә тәҡдим ителә. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Мостай Кәрим исемендәге фондтың сайтында бирелгән.

Мостай Кәрим исемендәге фонд 2013 йылдың июнендә булдырылған. Ойошманы танылған башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова етәкләй. Фонд эшмәкәрлегенең төп маҡсаты — танып-белеү программаларын һәм нәшриәт эшмәкәрлеген ойоштороу иҫәбенә башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә булышлыҡ итеү.