Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда тағы ла ике шифахананы хосусилаштырыу шарттары баҫылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда Асҡын һәм Мәсетле райондарында урынлашҡан «Танып» һәм «Ҡарағай» шифаханаларын хосусилаштырыу шарттары баҫылды. Төбәктең Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы документтарында билдәләнеүенсә, унитар предприятиелар яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт тип үҙгәртелә. Республика яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә берҙән-бер ҡатнашыусы буласаҡ. Йәмғиәттең беренсе йыйылышына тиклем предприятиеларҙың етәкселеге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең Директорҙар советына инәсәк һәм үҙҙәренең вазифаһын һаҡлап ҡаласаҡ. Хакимиәттәр яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте теркәргә һәм милекте тапшырыу буйынса документтар әҙерләргә тейеш. Шулай уҡ бойороҡ менән аудитор компанияһы тәғәйенләнә.

Башҡортостандың дәүләт шифаханаларын хосусилаштырыу проекты быйыл яҙ билдәле булды. Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев аңлатыуынса, дәүләт унитар предприятиеларын тулыһынса дәүләт ҡатнашлығында акционерлаштырыу менеджмент сифатын яҡшыртыу, предприятиеның баҙар хаҡын күтәреү мөмкинлеген бирәсәк.

«Танып», «Йәшел сауҡалыҡ», «Красноусол», «Яҡтыкүл», «Янғантау», «Йоматау», «Ҡарағай», «Талҡаҫ», «Ассы» шифаханалары, шулай уҡ «Салют» шифахана-һауыҡтырыу лагеры 2016-2017 йылдарҙа дәүләт милкен хосусилаштырыу программаһына индерелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть