Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

25 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә педиатрҙар өсөн балаларҙа ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеү һәм дауалау буйынса курс ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

27-29 сентябрҙә Өфөлә педиатрҙар өсөн балаларҙа ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеүҙе, диагностикалауҙы һәм дауалауҙы камиллаштырыу буйынса курс уҙғарыла. Уның төп маҡсаты — ВИЧ-инфекциялы балаларға ярҙам итеүҙең сифатын яҡшыртыу. Курс барышында ВИЧ-инфекцияны дауалауҙы оптималләштереү проблемалары, шулай уҡ медик, социаль һәм психологик адаптацияның мөһим мәсьәләләре тикшереләсәк.

Республиканың СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәгендә билдәләүҙәренсә, сара Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ВИЧ-инфекцияны диагностикалау һәм дауалау проблемалары буйынса баш штаттан тыш белгесе Евгений Воронин ҡатнашлығында ЮНЭЙДС-тың Европа бюроһы менән бергә әҙерләнгән.

Өс көнлөк курстан тыш, 3 октябрҙән ситтән тороп ете аҙналыҡ онлайн-курс ойоштороу күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть