Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Хәйерле Stand-Up кис» юмористик проектының яңы миҙгеле асыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

26 сентябрҙә Өфөләге «Театро» клубында «Хәйерле Stand-Up кис» юмористик проектының яңы миҙгеле асыла.

Уҙған миҙгелдең күп кенә резиденттары йәнә бер сәхнәлә сығыш яһай. Тамашасыларҙы актуаль темаларға тапҡыр шаяртыуҙар, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары башҡарыуында йырҙар көтә. «Асыҡ микрофон» ойошторола, унда теләгән һәр кем үҙенең мәҙәктәрен һөйләй ала. Сара киске сәғәт 8-ҙә башлана.

Тулыраҡ мәғлүмәт «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә, шулай уҡ www.standup-bash.ru рәсми сайтында бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть