5 декабрь, Дүшәмбе

26 сентябрь 2016 йыл, 10:04

Шаляпин конкурсының тамашасылар һөйөүе призы Өфөлә ҡалды

фото: Георгий Шишкин

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фёдор Шаляпин исемендәге I Халыҡ-ара вокалсылар конкурсының тамашасылар һөйөүе призы Өфөлә ҡалды. Уға конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған Айгөл Әхмәтшина лайыҡ булды. Шулай уҡ ул «Өмөт» призын яуланы.

Конкурстың Гран-прийы бер кемгә лә бирелмәне. Кисә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында конкурстың лауреаттары һәм дипломанттары иғлан ителде. Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов етәкселегендәге баһалама ағзалары еңеүселәрҙе ҡотлап, уларға изге теләктәрен еткерҙе. Киләһе конкурс ике йылдан уҙасаҡ, тип билдәләне мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

«Өфөлә Шаляпин кисәләре» XV Халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале гала-концерт менән тамамланды. Конкурс лауреаттары һәм төрлө төбәктәрҙең опера театры йондоҙҙары рус һәм сит ил композиторҙары операларынан ариялар башҡарҙы. Концерт конкурстың махсус призына эйә булыусы, Өфө сәнғәт институты студенты Дамир Тайыпов башҡарыуында «Ҡаһым түрә» йыры менән асылды. Тамашасылар алдында театрҙың симфоник оркестры менән бергә (дирижеры — Артём Макаров) беренсе премияға лайыҡ булыусылар Артур Ҡәйепҡолов (Рәсәй, Өфө), Ярослав Петряник (Рәсәй, Санкт-Петербург), Регина Рөстәмова (Азербайжан, Баку); икенсе һәм өсөнсө  премияны алыусылар — Динар Джусоев (Рәсәй, Ҡазан), Айдос Жабагин (Ҡаҙағстан, Алматы), Вера Позолотина (Рәсәй, Екатеринбург), Олег Бударацкий (Рәсәй, Екатеринбург), Виктор Менделев (Беларусь, Минск) сығыш яһаны.

Кисәне фестиваль ҡунаҡтары Александр Никитиндың (Мария театры), Агунда Кулаеваның (Ҙур театр), Георг Онианиҙың (Германия), Жупар Ғабдуллинаның (Астана-опера), апалы-һеңлеле Ольга һәм Елена Терентьеваларҙың (Яңы опера), Татьяна Никанорованың (Екатеринбург опера һәм балет театры), Башҡорт театры солистары, жюри ағзаһы Эльвира Фәтихова, Дилара  Иҙрисова һәм Лариса Әхмәтованың сығышы биҙәне. Иң һуңында жюри рәйесе Асҡар Абдразаҡов тамашасыларҙы Дон Жуан һәм Гранада серенадаһы менән һөйөндөрҙө.

Башҡортостан Башлығы ярҙамында ойошторолған опера сәнғәте байрамы тамамланды. Сәнғәт күгендә яңы йондоҙҙар ҡабынды, Өфө иһә тағы ла бер халыҡ-ара конкурс менән байыны.