4 декабрь, Йәкшәмбе

23 сентябрь 2016 йыл, 15:25

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлау һөҙөмтәләрен иғлан итте

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дәүләт Думаһында Башҡортостан халҡының мәнфәғәттәрен дүрт парламент партияһынан 15 депутат яҡлаясаҡ. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау һөҙөмтәләрен иғлан итте.

Төбәктә «Берҙәм Рәсәй» партияһы иң күп мандатҡа эйә булды — республика халҡы 11 кешегә ышаныс белдерҙе. Алты кеше партия исемлеге буйынса үтте. Улар — Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Инга Юмашева, Рафаэль Мәрҙәншин, Рима Баталова, Рәмзил Ишһарин һәм Фәрит Ғәниев. Тағы ла бишәүһе бер мандатлы округтарҙа еңеп сыҡты. Улар — Павел Качкаев, Илдар Бикбаев, Зөһрә Рәхмәтуллина, Зариф Байғусҡаров һәм Алексей Изотов.

6-сы Нефтекама бер мандатлы һайлау округында «Гражданлыҡ платформаһы» федераль сәйәси комитеты башлығы Рифат Шәйхетдинов еңеү яуланы.

Партия исемлеге буйынса республиканан Дәүләт Думаһына Александр Ющенко (КПРФ), Гаджимурад Омаров («Ғәҙел Рәсәй») һәм Иван Сухарев (ЛДПР) үтте.

Башҡортостанда һайлау һөҙөмтәләре ғәмәлдә тип танылды. Етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына бөтәһе 450 депутат һайланды: 225-е — федераль һайлау округы, 225-е — бер мандатлы округтар буйынса.

темалар: һайлау-2016