Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Бөтә донъя фольклорсылары Өфөгә йыйыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

23-24 октябрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙғарыла. Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Ҡырғыҙстан, Алтай, Тыва, Саха (Яҡут), Финляндия, Санкт-Петербург, Архангельск, Кемеров, Екатеринбург, Силәбе, Ырымбур, Дондағы Ростовтан сәсәндәрҙең ҡатнашыуы тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Бәйгелә Башҡортостандан 10-дан ашыу сәсән ҡатнаша.

Фестиваль сиктәрендә бик күп ҡыҙыҡлы саралар: Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурсы, «Урал батыр саҡырыуы буйынса» темаһына түңәрәк өҫтәл, республика рәссамдарының «Башҡорт халыҡ эпостары» темаһына һүрәттәр конкурсы, «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһының «Урал батыр» эпосы персонаждарының кейеҙҙән тегелгән костюмдар коллекцияһы, журналистар өсөн теле-радио брифингтар ҡаралған. Шулай уҡ «Асыҡ тирмә» — ғалимдар ҡатнашлығында әйтеш өсөн майҙансыҡ, шағир-импровизаторҙар бәйгеһе ойошторола.

Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек этаптарының береһе булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть