4 декабрь, Йәкшәмбе

23 сентябрь 2016 йыл, 12:52

Һөт интервенциялары илдә һәм Башҡортостанда 2017 йылдың майында башланыуы ихтимал

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәйҙә һөт баҙарында һатып алыу интервенциялары 2017 йылдың май айында башланыуы ихтимал.

Ставрополдә үткән «АгроЮг» форумында билдәләүҙәренсә, һөт тармағында хаҡты бер кимәлдә тотоу механизмы булырға тейеш.

«Киләһе йылда Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы һөт күп етештерелгән төбәктәрҙә май айында уҡ интервенция механизмын башларға ниәтләй», — тип белдерҙе Милли һөт етештереүселәр союзының башҡарма директоры Артём Белов. Был хаҡта «Интерфакс» хәбәр итә.

Һүҙ тәү сиратта Алтай һәм Башҡортостан хаҡында бара.

Илдең Ауыл хужалығы министрлығында ошо мәғлүмәткә аңлатма бирмәнеләр. Бары тик интервенциялар «ҙур һөт» осоронда йәки мал көтөү миҙгелендә буласаҡ, тип билдәләнде.

Ҡоро һөт һәм аҡ май һатып алыуҙы быйыл июль айында уҡ ойоштороу планлаштырылғайны. Әммә ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү кәрәклеге арҡаһында һөт интервенцияларын кисектерергә тура килде.