11 декабрь, Йәкшәмбе

23 сентябрь 2016 йыл, 12:15

«Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара конкурсы йырсыларҙы ҡатнашырға саҡыра

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара конкурсы йырсыларҙы ҡатнашырға саҡыра. Фестиваль 19-21 октябрҙә Нефтекама ҡалаһында уҙғарыла. Конкурста 16 йәштән 35 йәшкәсә һәүәҫкәр башҡарыусылар ғына ҡатнаша.

Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дүрт әҫәр: башҡорт һәм татар халыҡ, башҡорт һәм татар композиторҙарының эстрада йырҙарын әҙерләргә тейеш. Сығыштарҙы Башҡортостандың һәм Татарстандың танылған композиторҙары, йырсылары, сәнғәт оҫталары баһалай. Гран-приға лайыҡ булыусы, лауреаттар һәм дипломанттар диплом һәм ҡиммәтле бүләк (йәки аҡсалата премия) менән бүләкләнә. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн ғаризаны 14 октябргә тиклем gukrcnt@mail.ru, kultura_neft@mail.ru электрон адрестарына ебәрергә кәрәк.

Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара фестивале тәүге тапҡыр 1991 йылда ойошторола. Сараның программаһында фестивалде асыу һәм ябыу тантаналары, гала-концерт, жюри ағзалары менән осрашыу, матбуғат конференцияһы һәм ҡатнашыусыларҙың хушлашыу кисәһе ҡаралған.