Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65 ↓

EUR 69.07 ↑

23 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Йомортҡа етештереү буйынса Башҡортостан илдә алдынғы урын биләүен дауам итә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Йомортҡа етештереү буйынса Башҡортостан илдә алдынғы урын биләүен дауам итә. Иң яҡшы бишәү иҫәбенә шулай уҡ Ростов һәм Белгород өлкәләре, Пермь һәм Краснодар крайҙары инә.

Дөйөм алғанда, ағымдағы йылдың тәүге һигеҙ айында илдә йомортҡа етештереү 3,1 процентҡа — 22,4 миллиард данаға тиклем артҡан. Был хаҡта Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ошо ваҡыт эсендә илдең ауыл хужалығы ойошмаларында ҡош ите етештереү 3,7 миллион тонна тәшкил иткән. Был уҙған йылға ҡарағанда 4,1 процентҡа, йәки 146,7 мең тоннаға күберәк.

Быйыл ғинуар-август айҙарында Ставрополь крайында, Брянск һәм Пенза өлкәләрендә, шулай уҡ Мордовияла һәм Сыуашстанда ҡош ите етештереү артҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть