7 декабрь, Шаршамбы

23 сентябрь 2016 йыл, 11:26

Республикала урындағы башланғыстарға власть һәм эшҡыуарлыҡ булышлыҡ итә – Бөтә донъя банкы вәкиле

фото: Учалы районы хакимиәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда эш сәфәре менән Европа һәм Үҙәк Азия төбәге буйынса «Социаль яҡлау» йүнәлеше башлығы Эндрю Мейсон етәкселегендә Бөтә донъя банкы белгестәре булып китте. Улар Учалы районына барҙы. Делегация составында Эндрю Мейсондан тыш, Бөтә донъя банкының Рәсәй буйынса баш иҡтисадсыһы Апурва Санги, Бөтә  донъя банкының Рәсәйҙә Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы етәксеһе Иван Шульга, Бөтә донъя банкы консультанты Гагик Хачатрян, республиканың финанс министры урынбаҫары Наталья Калугина бар ине. Сәфәр барышында делегация Учалы районының Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән танышты. Делегацияла ҡатнашыусыларҙы программаның объекттары менән Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев таныштырҙы.

Бөтә донъя банкы ҡарамағындағы урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү буйынса пилот проекты Башҡортостанда 2014 йылда старт алды, уны тормошҡа ашырыу тәжрибәһе ил төбәктәре араһында уңышлыларҙың береһе тип танылды. Ошо ваҡыт эсендә Урал аръяғының ете районынан 110 ауыл биләмәһе ҡатнашты. Ике йылда учалылар тораҡ пункттарҙың социаль һәм инженер инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән 43 проектты тормошҡа ашырған. Халыҡ һәр проектты граждандар сходында бергәләп тикшергән. Бөтә идеялар ҡала һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәре, урындағы халыҡ һәм бизнес-берләшмә вәкилдәре ҡатнашлығында берлектә финанслау шарттарында тормошҡа ашырылған. Урындағы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан – 25, урындағы бюджеттан 4 миллион һум аҡса бүленгән. Предприятие-ойошмаларҙың өлөшө 7,9 миллион һум тәшкил иткән, учалылар үҙҙәре 3,5 миллион һум йыйған. Ике йыл эсендә учалыларҙың проекттарына бөтәһе 41 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

«Учалы районы рәсми сәфәр өсөн осраҡлы ғына һайланмаған: учалылар граждандар сходында ҡатнашыусылар һаны, урындағы халыҡ, район предприятиелары һәм ойошмалары яғынан берлектә финанслау күләме буйынса тәүге урын биләй, — тип билдәләне республиканың финанс министры урынбаҫары Наталья Калугина. — Ике йылда көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителгән: юлдар, мәҙәни объекттар ремонтланған, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлгән, урам яҡтыртыу ҡорамалдары яңыртылған».

Мәҙәниәт һәм ял паркында ҡунаҡтар йәш спортсылар башҡарыуында сағыу флаг-шоу ҡараны. Балалар сит ил ҡунаҡтарына бик күп һорауҙар бирҙе, Рәсәй, Учалы тураһында тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынды. «Ысынлап та, Учалы районы бик үҙенсәлекле, һәм мин һеҙҙең районға һәм ҡалаға тағы ла бер тапҡыр килеүгә шат буласаҡмын», — тип яуапланы Эндрю Мейсон. Ул балаларҙы киләһе йылда, үҙҙәренең йәшенә ҡарамаҫтан, ата-әсәләре менән бергә халыҡ йыйылыштарында ҡатнашырға саҡырҙы.

Халыҡ менән осрашыу барышында быйыл Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһының бөтә республикала эшләй башлауы билдәләнде. Проекттарҙы һайлап алыу буйынса конкурс булған да инде. Халыҡтың башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн финанслау аласаҡ еңеүселәр билдәләнгән. Учалы районында ете проект еңеүсе тип танылған. Шулай итеп, өс йылда эсендә учалылар тормошҡа ашырған проекттарҙың һаны 50-гә етәсәк, тип хәбәр иттеләр Учалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.