Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Зәңгәр ҡош» Бөтә Рәсәй йәш һәләттәр фестиваленең төбәк этабын ойоштороусылар һәм журналистар бүләкләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

22 сентябрҙә Өфөлә «Рәсәй Башҡортостан» телеканалы хеҙмәткәрҙәре һәм «Зәңгәр ҡош» Бөтә Рәсәй йәш һәләттәр фестиваленең төбәк этабын ойоштороусылар бүләкләнде. Рәхмәт хаттарын «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлихов тапшырҙы.

«Талантлы балаларға өмөт бүләк иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ил күгендә республикабыҙҙан йәш йондоҙҙар ҡабыныр тип ышанабыҙ», — тине Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалы етәксеһе, тантанала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.

«Зәңгәр ҡош» конкурсының төбәк этабы август аҙағында уҙҙы. Һайлап алыу турында бөтә республиканан йөҙҙәрсә йәш талант эйәләре ҡатнашты, улар йыр, бейеү, акробатика, музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталығын күрһәтте. Финалға сығыусыларҙың исеме ноябрь айында билдәле була.

Ҡатнашыусылар ҙа, баһалама ағзалары ла конкурс программаһының юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне. Жюри составында республиканың танылған сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре — йырсы Иҙрис Ғәзиев, дәүләт академия хор капеллаһы дирижеры Алһыу Хәсбиуллина, музыка уҡытыусыһы Лия Кәримова, композитор Урал Иҙелбаев, эстрада-джаз башҡарыу кафедраһы доценты Ирина Остин, Р.Нуриев исемендәге хореография колледжы директоры Олия Вильданова һәм ошо уҡыу йортоноң художество етәксеһе Леонора Ҡыуатова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сергей Павлов, алып барыусы Фирҙәт Ғәлиев һәм музыка белгесе Миләүшә Иҙрисова эшләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть