Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары яңы объекттар менән тулыланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Хөкүмәтендә республиканың бер нисә инвестиция проектын өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индереү мәсьәләһе тикшерелде.

Кәңәшмәлә Башҡортостан сода компанияһының «Кальцийлы сода етештереү ҡорамалын яңыртыу», «Башҡортостан баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Юбилей» ятҡылығының ер аҫты руднигын төҙөү», шулай уҡ «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Күмертау ҡалаһы Маячный ауылында элеватор һәм май экстракцияһы заводы төҙөү» проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Улар буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме 48,7 миллиард һум тәшкил итәсәк. Һөҙөмтәлә 1800-ҙән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Ошоларҙың барыһы ла Башҡортостандың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары реестрына индерелгән.

Фекер алышыу барышында Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков проект инициаторҙарының дәүләт ярҙамы сараларын алыу өсөн тейешле документтар пакеты ваҡытында әҙерләргә тейешлеген билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть