9 декабрь, Йома

22 сентябрь 2016 йыл, 17:41

Башҡорт дәүләт университеты студенты «Студенттар лидеры-2016» исеменә дәғүә итә

фото: Башҡорт дәүләт университеты сайтынан

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетының студенттар профкомының йыйылма командаһы «Студенттар лидеры-2016» XIV бөтә Рәсәй конкурсының финалында ҡатнаша. Краснодар крайына 70 төбәктән 130-ҙан ашыу уҡыу йортонан 600-гә яҡын студент йыйылған.

Финалға тиклем вуз, төбәк һәм округ этаптары үтте. Башҡорт дәүләт университеты вәкиле Леонид Ястребов республикала иң яҡшы студенттар профкомы рәйесе тип танылды. Саранск ҡалаһында үткән округ этабында ул икенсе урын яуланы һәм финалға сыҡты.

Финал этабы 30 сентябргә тиклем дауам итә. Сараның программаһында —  «Автопортрет», «Хоҡуҡи йүнәлеш. Һөнәри тест», «Социаль һорау алыу», «Профком ултырышы», «Инфографика», «Изложение», «Блиц» һәм «Сюрприз» конкурстары. Фестивалде ойоштороусылар ҡатнашыусылар өсөн бай программа, мәҙәни һәм спорт саралары әҙерләгән.

Конкурсҡа «Студенттар лидеры», «Студенттар адвокаты», «Яңы эш формалары» һәм «Оҫталыҡ дәресе» номинациялары буйынса йомғаҡ яһала.