Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Перовский дәүеренең башҡорт «хәрбиҙәре» Ырымбур үҙәге буйлап үтә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Граф Василий Перовский осорондағы кейемдәр кейгән башҡорт «хәрбиҙәре» Ырымбур үҙәге буйлап үтә. Тантаналы йөрөш бында «Карауанһарай» тарихи-мәҙәни комплексының асылыуына 170 йыл тулыуға арналған. Байрам сараларын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ойоштора.

Бынан тыш, республиканың көньяҡ райондары, Ырымбур өлкәһе райондары һәм ҡалаларындағы башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәренең киңәйтелгән ултырышын үткәреү, күргәҙмәләр, этно-фольклор ихаталар ойоштороу ҡаралған. «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «Далан» эстрада төркөмөнөң концерты була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть