Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Республикала Бөтә Рәсәй кадастр инженерҙары съезы уҙғарыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

27-30 сентябрҙә Өфөлә V Бөтә Рәсәй кадастр инженерҙары съезы уҙғарыла. Сара бөйөк рус яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Константиновский межалау институтының беренсе директоры С.Т. Аксаковтың тыуыуына 225 йыл тулыуға арналған.

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, съезд эшендә 500-гә яҡын кеше — Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән вәкилдәр һәм сит ил делегациялары ҡатнаша.

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы, Росреестр етәкселәре, кадастр инженерҙары ойошмалары, власть органдары вәкилдәре, шулай уҡ кадастр эштәре заказсылары, кадастр инженерҙарын аттестациялау буйынса квалификация комиссиялары белгестәре Өфөгә йыйыла.

2012 йылдан башлап йыл һайын Бөтә Рәсәй кадастр инженерҙары съезы үткәрелә. Унда кадастр өлкәһендәге киҫкен проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары тикшерелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть