8 декабрь, Кесе йома

22 сентябрь 2016 йыл, 15:18

Төбәктә депутаттар аҙ тәьмин ителгәндәр һәм ветерандар өсөн республика баҫмаларына яҙылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 22 сентябрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары көҙгө сессиялағы беренсе парламент ултырышы башланыр алдынан хәйриә акцияһын ойошторҙо. Парламентарийҙар балалар йорттары китапханалары, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, инвалидтар һәм ветерандар өсөн республиканың төп матбуғат баҫмаларына яҙылды.

Республика Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачёв коллегаларына өлгө күрһәтеп, бер юлы бер нисә баҫмаға яҙылды.

«Депутаттарыбыҙ киң мәғлүмәт сараларына, шулай уҡ ветерандарға ярҙам итеү өсөн акцияла әүҙем ҡатнаша. Хәҙер баҫма матбуғат саралары электрон технологиялар менән ярыша алмай, әммә тормошобоҙҙо гәзит-журналһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай», — тине парламент спикеры.

«Шул рәүешле депутаттар йәмғиәтебеҙҙең яҡланмаған ҡатламы тураһында хәстәрлек күрә. Акция сираттағы тапҡыр баҫмаларҙың халыҡҡа кәрәкле булыуын күрһәтә, сөнки улар тәрбиәүи һәм танып белеү функцияһын үтәй. Бөгөнгө көн киң мәғлүмәт саралары һәм властың ҡулға-ҡул тотоношоп барыуын раҫлай», — тип фекере менән уртаҡлашты «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто вәкиле, «Аҡбуҙат» журналының яуаплы секретары Айнар Байбулатов.

Республикала ошондай хәйриә акцияһы беренсе тапҡыр ойошторола. Проектҡа министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре ҡушылыр, тип ышана ҡатнашыусылар.