4 декабрь, Йәкшәмбе

22 сентябрь 2016 йыл, 14:35

Башҡортостанда яңы аҡсаларҙа символдар һайлау буйынса тауыш биреү уҙғарыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Милли банкы 1 октябрҙә 200 һәм 2000 һумлыҡ яңы аҡсаларҙа символдар һайлау буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡыра. Тауыш биреү беренсе Дөйөм Рәсәй асыҡтар ишектәр көнө сиктәрендә үткәрелә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 5 сентябрҙән 7 октябргә тиклем яңы аҡсаларҙы биҙәйәсәк ике ҡала йәки биләмәне һайлап алыу буйынса конкурстың өсөнсө этабы ойошторола. Һуңынан Асыҡ ишектәр көнөндә ҡатнашыусыларҙың тауышы Твоя-Россия.рф сайтында ҡалдырылған һәм «Комсомольская правда», «АиФ» гәзиттәрендә баҫылған анкеталар менән ебәрелгән тауыштарға ҡушыла.

Оҡшаған символдар өсөн Башҡортостандың Милли банкында тауыш бирергә мөмкин: Адресы: Өфө, Театр урамы, 3, иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем.

Твоя-Россия.рф сайтында билдәләнеүенсә, әле Севастополь (144 мең самаһы тауыш) тәүге урынды биләй, икенселә — Ҡазан (141 меңдән ашыу). Өсөнсө урында — Волгоград, дүртенселә — Сочи, бишенселә Алыҫ Көнсығыш символдары. Артабан бер-артлы Сергиев Посад, Владимир, Түбәнге Новгород һәм Петрозаводск килә.

Өфө яңы аҡсалар өсөн символдар һайлау буйынса бөтә Рәсәй конкурсының финалына үтә алманы. Конкурстың еңеүселәре 7 октябрҙә иғлан ителә.