Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Республика Дәүләт Йыйылышына яңы һайланған депутаттар парламент комитеттары составына инде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

18 сентябрҙә үткән һайлауҙа еңеп сыҡҡан Евгений Семивеличенко һәм Раил Фәхретдинов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеттарына инде. Республика парламентының пленар ултырышында Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачёв депутат корпусын яңы коллегалары менән таныштырҙы.

Кандидаттар 2-се Инорс һәм 19-сы Нарыш һайлау округтары буйынса өҫтәмә рәүештә депутаттар һайлау йомғаҡтары буйынса иң күп тауыш йыйҙы. Шуға бәйле көн тәртибенә комитет составтарына яңы депутаттар индереүгә ҡағылышлы ҡарарҙың ике проекты инде. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарҙары нигеҙендә Евгений Семивеличенконы — Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты, Раил Фәхретдиновты Сәнәғәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ комитеты составына индерергә тәҡдим ителде. Башланғыс хупланды. Константин Толкачёв депутаттарҙы ҡотлап, уңыштар теләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть