9 декабрь, Йома

22 сентябрь 2016 йыл, 12:12

Төбәктә янғынға ҡаршы махсус режим бөтөрөлдө

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим бөтөрөлдө. Был урман янғындарына бәйле хәлдең тотороҡланыуына бәйле. Республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте ошо хаҡта хәбәр итә.

Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда 148 урман янғыны теркәлгән. Шуларҙың 37-һе — халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, 88-е йәшен арҡаһында сыҡҡан, дүртәүһе ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сүплегенән күскән, тағы икәүһе ауыл хужалығы үртенән тоҡанған. Ҡалған 17 янғындың сәбәптәре асыҡлана.

Төбәктә янғындан зыян күргән урмандарҙың дөйөм майҙаны яҡынса 615 гектар тәшкил иткән.