7 декабрь, Шаршамбы

22 сентябрь 2016 йыл, 9:43

Республика көнөндә музейҙарға бушлай инергә мөмкин

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 11 октябрҙә, Республика көнөндә, Башҡортостан музейҙары үҙ ишектәрен аса. Был хаҡта байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итте.

«6, 7 һәм 10 октябрҙә тантаналы йыйылыштар һәм концерттар була. Байрам алдынан халыҡ байрамдары, тамашалар, йәштәр өсөн флешмобтар, парадтар ойошторола. Бөтә мәҙәниәт учреждениеларында класс сәғәттәре үткәрәбеҙ. Китапханалар һәм музейҙар уҡыусылар менән әүҙем эшләй», — тип хәбәр итте министр.

Бынан алда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев республиканың барлыҡ музейҙарында Асыҡ ишектәр көнөн уҙғарыу хаҡында тәҡдим индергәйне. Әминә Шафиҡова башланғысты хупланы.

6 октябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында байрам концерты уҙа. Мәҙәниәт министры әйтеүенсә, әле тантанаға әҙерлек, репетициялар бара. Профессиональ һәм үҙешмәкәр артистар бер сәхнәлә сығыш яһай. Милли симфоник оркестр, Башҡорт дәүләт филармонияһы, Башҡортостандың Дәүләт академия хор капеллаһы, республика йыйылма балалар хоры һәм башҡа коллективтар үҙ номерҙарын тәҡдим итә. Ҡала һәм райондарҙан һәүәҫкәрҙәрҙең килеүе көтөлә.

Константин Толкачев әйтеүенсә, 11 октябрҙә һауа торошо насар булған осраҡҡа өҫтәмә ябыҡ майҙансыҡтар ҡарала. Парламент спикеры концертта танылған артистар ғына түгел, үҙебеҙҙекеләр ҙә әүҙемерәк булһын тигән теләк белдерҙе.