Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы предприятиеларына республика Башлығының сифат өлкәһендәге премияһы тапшырылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

21 сентябрҙә республика Хөкүмәтендә Башҡортостандың иң яҡшы предприятиеларына республика Башлығының 2015 йылға продукцияның, тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең сифаты өлкәһендәге премияһы тапшырылды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов конкурста еңеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы исеменән ҡотланы һәм предприятие коллективтары башҡарған ҙур эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса дәүләт программаһы раҫланыу менән республика кимәлендәге сифат өлкәһендәге сәйәсәт яңы формаға күсәсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Тауарҙар һәм хеҙмәттәр сифаты өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән, сифат менеджментының заманса алымдарын ғәмәлгә индергән өсөн төбәк ойошмаларын һәм предприятиеларын дәртләндереү маҡсатында йыл һайын Башҡортостан Башлығының сифат өлкәһендәге премияһына дәғүә итеүселәр конкурсы ойошторола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть