3 декабрь, Шәмбе

21 сентябрь 2016 йыл, 16:40

«Нур» татар театры юбилей миҙгелен аса

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Нур» татар театры 25-се юбилей миҙгелен аса. 23 сентябрҙә «Алты ҡыҙға бер кейәү» спектакле сәхнәләштерелә.

Театр коллективы сирек быуатлыҡ юбилейын ҡыҙыҡлы премьералар һәм гастролдәр менән билдәләргә ниәтләй. 29 сентябрҙә Степан Лобозёровтың пьесаһы буйынса «Көтөлмәгән ҡунаҡ» комедияһының премьераһы була. Спектаклде Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиев ҡуя. Октябрь айында «Нур» театры Ырымбурға, Стәрлетамаҡҡа һәм Салауатҡа гастролдәргә сыға. Декабрҙә өфөләргә Хәбибулла Ибраһимовтың «Башмағым» музыкаль комедияһы тәҡдим ителә. Юбилей кисәһе лә ошо айға билдәләнгән.

Йола буйынса, театр «Театр төнө» мәҙәни акцияһында ла әүҙем ҡатнаша. 27 сентябрҙә ул ярты төнгә тиклем эшләй. Оҫталыҡ дәрестәре, фотоға төшөрөү ойошторола, актерҙар сығыш яһай. Бер үк ваҡытта ҙур һәм бәләкәй залдар эшләй. Ҙур залда «Туй алдынан» спектакле күрһәтелһә, бәләкәй залда ҡунаҡтар «Ҡатын түгел, аждаһа» спектаклен ҡарай ала. Йәш тамашасылар өсөн уйындар һәм конкурстар ҡаралған.

темалар: «нур» театры