3 декабрь, Шәмбе

21 сентябрь 2016 йыл, 15:53

2017 йылғы уңыш өсөн сәсеү майҙандарының яртыһы әҙер — Ауыл хужалығы министрлығы

фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республикала киләһе йылғы уңыш өсөн ерҙе эшкәртеү дауам итә.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, яҡынса 823 мең гектар майҙанда ер туңға һөрөлгән, был пландың 57 процентын тәшкил итә. Стәрлетамаҡ районы аграрийҙары тәүгеләрҙән булып туңға һөрөүҙе тамамланы.

Әлшәй, Борай, Илеш, Мәләүез һәм Саҡмағош райондарында 20 проценттан кәмерәк майҙанда эште башҡарыу бурысы тора.