3 декабрь, Шәмбе

21 сентябрь 2016 йыл, 15:27

Өфөлә йәрминкәләр вакансияһында 500 эш урыны тәҡдим ителә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 22 сентябрҙә баш ҡалала бөтә төр иҡтисади эшмәкәрлек һәм милек формаһындағы предприятиеларҙың вакансиялар йәрминкәһендә 500-гә яҡын эш урыны тәҡдим ителә. Әлегә 25 эш биреүсе йәрминкәлә ҡатнашырға теләк белдергән, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә.

Йәрминкәлә администратор, бетон ҡойоусы, водитель, инженер, кондуктор, кондитер, ташсы, контролер, төҙөлөш-монтаж эштәре мастеры, менеджер, уҡытыусы, балта оҫтаһы, һатыусы, мебель йыйыусы, слесарь-сантехник, тракторсы, токарь, электрик һәм башҡа һөнәрҙәр тәҡдим ителә.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты: Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.