7 декабрь, Шаршамбы

21 сентябрь 2016 йыл, 14:56

Республиканың ике баҫмаһы — ауыл хужалығы иҫәбен алыу тураһында иң яҡшы мәҡәлә конкурсында еңеүсе

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 2016 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға арналған иң яҡшы мәҡәлә конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостандан ике баҫма Волга буйы федераль округында еңеүсе тип танылды. «Төбәк матбуғат баҫмаһының 2016 йылғы бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлекте һәм уны үткәреүҙе әүҙем яҡтыртҡаны өсөн» номинацияһында беренсе премияны (50 мең һум) «Туймазинский вестник» гәзите алды, ошо уҡ номинацияла икенсе премияға (30 мең һум) «Бакалинские зори» гәзите редакцияһы лайыҡ булды.

Конкурс илдең туғыҙ федераль округында үткәрелде. Бәйгегә 2015 йылдың 1 ноябренән 2016 йылдың 20 авгусына тиклем баҫылған эштәр ҡабул ителде.

Һәр федераль округ буйынса «Төбәк матбуғат баҫмаһының 2016 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлекте һәм уны үткәреүҙе әүҙем яҡтыртҡаны өсөн»; «Төбәк мәғлүмәт агентлығының 2016 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлекте һәм уны үткәреүҙе әүҙем яҡтыртҡаны өсөн»; «Төбәк матбуғат баҫмаһы хәбәрсеһенең 2016 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлекте һәм уны үткәреүҙе әүҙем яҡтыртҡаны өсөн» номинацияларында аҡсалата премиялар булдырылған.

Конкурстың дөйөм премия фонды 2 миллион 475 мең һум тәшкил иткән. Премияға 90 ҡатнашыусы лайыҡ булған. Бәйге йомғаҡтары Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу матбуғат үҙәгенең сайтында баҫылған.