Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Төбәк халҡы медицина ярҙамының сифаты мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу линияға» мөрәжәғәт итә ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостан халҡы «ҡыҙыу линияға» медицина ярҙамының асыҡлығы һәм сифаты буйынса һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала. Халыҡ менән Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса бүлексәһе етәксеһе Динара Гашимова эшләй.

Телефон аша мөрәжәғәттәр 28 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 1-гә тиклем Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһендә ҡабул ителә. Күҙәтеү ведомствоһы етәксеһенә дарыуҙар яҙыуҙан һәм алмаштырыуҙан баш тартыу, уларҙы алыу ваҡытын боҙоу осраҡтары тураһында хәбәр итергә мөмкин. Ауылдарҙа дарыуханаларҙың асыҡлығы, киҙеүгә ҡаршы прививка яһау мәсьәләләре хаҡында мөрәжәғәттәр ҡабул ителә.

«Ҡыҙыу линия» телефондары: (347) 229-74-58, 229-74-76.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть