9 декабрь, Йома

21 сентябрь 2016 йыл, 12:45

Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 341 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә

фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 341 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Аҡса 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән «Башҡортостанда Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙы этномәҙәни үҫтереү» махсус программаһына ярашлы бүленә.

Дәүләт программаһын раҫлау тураһындағы ҡарарға республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйған. Документ менән рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында танышырға мөмкин.

Программа сиктәрендә «Гражданлыҡ берҙәмлеген нығытыу һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу», «Башҡорт халҡының үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереү», «Башҡортостан халыҡтарының этномәҙәни төрлөлөгөн һаҡлау» ярҙамсы программаларын тормошҡа ашырыу ҡаралған.