Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө Рәсәй Рәссамдар союзының Алтын коллекцияһын ҡабул итә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Рәсәй Рәссамдар союзының Алтын коллекцияһы менән танышырға мөмкин. Экспозиция М.В Нестеров исемендәге художество музейының дүрт залында урынлашҡан. Ул XX быуат рәссамдарының һынлы сәнғәт, графика, скульптура, халыҡ сәнғәте әҫәрҙәренән, совет һынлы сәнғәте коллекцияһынан тора. Әҫәрҙәрҙең төп йүнәлеше — тормошто реаль һүрәтләү.

«Беҙ төрлө замандарҙа ижад иткән оҫталарҙың һүрәттәрен килтерҙек. Тәүге тапҡыр Мәскәүҙән ситтә лак миниатюраһын күрһәтәбеҙ, — тип хәбәр итте Рәсәй Рәссамдар союзының яуаплы секретары Александр Греков. — Экспозиция бик һоҡланғыс, гуманистик сәнғәтебеҙгә тап килә».

Күргәҙмә ХХ быуат һынлы сәнғәт тарихының ҙур осорон үҙ эсенә ала. Музейға ҡуйылған иң беренсе эш — 1913, иң һуңғыһы 1993 йылда ижад ителгән. Һынлы сәнғәт бүлегендә илебеҙҙең күренекле рәссамдары — И.Э. Грабарь, Л.В. Туржанский, А.М. Грицай, Е.И. Зверьков, А.А. Мыльников, В.И. Иванов, Н.А. Пластов һәм башҡаларҙың эштәре урын алған. Скульптура бүлегендә тамашасылар М.К. Аникушин, Л.Е. Кербель, В.М. Клыков, А.Н. Ковальчук, А.В. Марц, Н.Б. Никогосян, А.И. Рукавишников һәм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәре менән таныша ала. Графика йыйылмаһына А.С. Бакулевский, И.Л. Бруни, О.Г. Верейский, И.В. Голицын, Е.А. Кибрик, А.В. Кокорин һәм башҡа оҫталарҙың әҫәрҙәре индерелгән. Экспозицияның тағы ла бер бүлеге — рус лак миниатюраһы әҫәрҙәре.

«Был күргәҙмә үҙебеҙ өсөн дә ҙур асыш булды. Шуныһы ҡиммәтле: дәүләттең тарҡалыу процесында Рәссамдар союзы ошондай коллекцияны һаҡлап ҡалған, — тип билдәләне сәнғәт белгесе, Нестеров музейының баш һаҡлаусыһы Валентина Сорокина. — Һынлы сәнғәт классиктары ғына һәм йылылыҡ бөркөп торған лак миниатюраһы тәҡдим ителгән».

Проект төбәк рәссамдары өсөн өҫтәмә ижади импульс бирә ала, тип иҫәпләй илдең Рәссамдар союзы вәкилдәре. Проект Башҡортостан Башлығының 900 мең һум күләмендәге гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Күргәҙмә 13 ноябргә тиклем эшләй.

Теги: күргәҙмә
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть