4 декабрь, Йәкшәмбе

21 сентябрь 2016 йыл, 11:10

Башҡортостандың өс шашкасыһы Донъя кубогында призер булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Халыҡ-ара шашка буйынса 2016 йылдағы Донъя кубогының финал һөҙөмтәләре билдәле булды.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында былтырғы еңеүсе Тамара Танһыҡҡужина икенсе урын алды, өсөнсөлә — Айгөл Иҙрисова. Наталия Садовска (Польша) барыһын да артта ҡалдырҙы. Быйылғы миҙгел уның өсөн бик уңышлы булды.

Ир-егеттәр араһында ғәмәлдәге донъя чемпионы Александр Георгиев — өсөнсө, Айнур Шәйбәков — дүртенсе, Муродулло Амриллаев  һигеҙенсе урын яуланы. Былтырғы кеүек үк икенсе урында — Александр Шварцман (Рәсәй), еңеүсе — Гунтис Валнерис (Латвия).

Шулай итеп, «Башнефть» профессиональ шашка клубы Донъя кубогының ошо уйынында иң уңышлы булды. Әлеге клуб өсөн Александр Георгиев, Тамара Танһыҡҡужина, Айгөл Иҙрисова, Айнур Шәйбәков, Муродулло Амриллаев сығыш яһай.