7 декабрь, Шаршамбы

21 сентябрь 2016 йыл, 10:02

Өфөлә Фёдор Шаляпин исемендәге I Халыҡ-ара вокалсылар конкурсы асылды

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кисә Өфөлә Фёдор Шаляпин исемендәге I Халыҡ-ара вокалсылар конкурсы асылды. Ул «Өфөлә Шаляпин кисәләре» XV Халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале сиктәрендә уҙа. Өфө сәнғәт институтында, бөйөк рус йырсыһының исемен йөрөткән концерт залында, сараны асыу тантанаһы булды. Матбуғат конференцияһында ойоштороусылар һәм баһалама ағзалары бәйге тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.

«Конкурстың беҙҙең ҡалала уҙғарылыуына бик шатмын. Шаляпиндың тәүге тапҡыр ошонда сығыш яһауын, шунан һуң бөтә донъяла танылыу яулауын барыбыҙ ҙа беләбеҙ, — тине жюри рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов. — Яңы йондоҙҙар ҡабыныр, тип ышанабыҙ. Артабан улар спектаклдәргә һәм концерттарға саҡырыласаҡ, беҙ уларҙың үҫешен күҙәтеп барасаҡбыҙ».

Асҡар Абдразаҡов әйтеүенсә, вокал конкурстары жюрийы составында эшләү тәжрибәһе булһа ла, ул тәүге тапҡыр баһалама рәйесе вазифаһын башҡара. Шаляпин конкурсын үткәреү идеяһын Башҡорт опера һәм балет театры директоры Илмар Әлмөхәмәтов тәҡдим иткән, тип хәбәр итте баш дирижер Артём Макаров.

Сығыштарҙы Рәсәйҙең күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре баһалай. Улар — Мария театрының йәш опера йырсылары академияһы, Төньяҡ Осетия-Аланияның опера һәм балет театры етәксеһе Лариса Гергиева, Мария театры режиссеры Иркин Ғәбитов, Елена Образцованың Халыҡ-ара музыка академияһы директоры Елена Макарова, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының яңғыҙ йырлау кафедраһы доценты, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Салауат Асҡаров, Өфө сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире, профессор Фәрзәнә Сәғитова, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Эльвира Фәтихова.

Матбуғат конференцияһынан һуң йәрәбә үткәрелде. Конкурста ҡатнашыусылар һәм жюри ағзалары Фёдор Шаляпин һәйкәленә сәскәләр һалды.