Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауға килеү күрһәткесен аныҡланы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауға килеү күрһәткесен аныҡланы. Һайлау комиссиялары протоколдарын «Һайлауҙар» дәүләт автоматлаштырылған системаһына индергәндән һуң республикала халыҡтың 69,78 проценты һайлауҙа ҡатнашыуы асыҡланды.

Берҙәм тауыш биреү көнөндә 2 миллион 121 мең 993 кеше һайлау хоҡуғы менән файҙаланған. Тауыш биреү өсөн исемлектәргә 3 миллион 40 мең 701 һайлаусы индерелгән.

Партиялар араһында 56,37 процент тауыш йыйып, «Берҙәм Рәсәй» партияһы алда бара. Икенсе урында — КПРФ (18,62 процент), өсөнсөлә — ЛДПР (11,29). «Ғәҙел Рәсәй» — 6,88, «Рәсәй коммунистары» — 1,84 процент, башҡа сәйәси партияларҙың һәр береһе бер проценттан кәмерәк тауыш йыйған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть