Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Әбейҙәр сыуағы» былтырғы кеүек үк оҙаҡ һәм йылы булмаясаҡ – Башгидромет

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанға бер аҙға йылы көндәр әйләнеп ҡайта. Ошо аҙнаның яртыһынан республика биләмәһендә атмосфера баҫымы күтәрелә һәм «әбейҙәр сыуағы» башлана. Һауа температураһы көндөҙ 17-22 градусҡаса етә. Синоптиктар яуым-төшөм аҙ буласаҡ тип вәғәҙәләй. 22 сентябрҙә генә республиканың күпселек райондарында йәшенле ямғырҙар көтөлә.

Дөйөм алғанда, быйыл «әбейҙәр сыуағы» тотороҡһоҙ буласаҡ, тип хәбәр иттеләр республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында. Былтыр сентябрь айы эҫе булды, һауа температураһы 30 градусҡа етте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть