5 декабрь, Дүшәмбе

20 сентябрь 2016 йыл, 16:40

Республикала Аксаков байрамына әҙерләнәләр

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 29 сентябрҙән 2 октябргә тиклем Башҡортостанда XXVI Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтә. Республика Хөкүмәте тарафынан тейешле ҡарар ҡабул ителгән. Документ Аксаков байрамына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Өфө ҡалаһы, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондары хакимиәттәренә сараларҙы уҙғарыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушылған. Ойоштороу комитетын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкләне.

Программала шиғриәт байрамы, театрлаштырылған тамашалар, асыҡ уҡыу залы, уйындар, байрам йәрминкәһе ҡаралған. Атап әйткәндә, «Надеждин» Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәгендә фольклор байрамы ойошторола. Сарала абруйлы ҡунаҡтар, шул иҫәптән танылған сәнғәт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.

Тантаналы кисә 30 сентябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙа. Ҙур концерттан тыш, бында С.Т Аксаков исемендәге премия лауреаттарын бүләкләү була. Бөтә лауреаттар ҙа аҡсалата премия менән билдәләнә. Уларҙың күләме юғары уҡыу йорто студенттары өсөн 10 мең, колледжда белем алыусылар өсөн һигеҙ мең һум тәшкил итә. Ҡала Советы президиумы студенттары бер нисә тапҡыр премия лауреаты исеменә лайыҡ булған ғилми етәкселәрҙең береһенә аҡсалата премия тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ул — БДПУ профессоры Игорь Артюшков.

Йыл һайын яҙыусы Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуған көнө алдынан Аксаков байрамы уҙғарыла. Тәүгеһе 1991 йылда үтте. Быйыл «Ал сәскә» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә республикала балалар һүрәттәре конкурсы, түңәрәк өҫтәлдәр, Аксаков дәресе, Софья аллеяһында халыҡ байрамдары, Аксаков балы, Аксаков халыҡ йортонда тантаналы кисә ойошторолдо.